Йәмғиәт
20 Апреля , 10:30

“Библиотөн” булды

Акция Башҡортостан Республикаһының Милли китапханаһында уҙҙы, ул "Халыҡтар берҙәмлеге – Рәсәйҙең көсө!» девизы менән барҙы

“Библиотөн” булды“Библиотөн” булды
“Библиотөн” булды

Сараны асыу тантанаһында Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Эльза Ҡарамырҙина сығыш яһаны. Ул килеүселәрҙе сәләмләп, был сараның республика мәҙәниәте өсөн әһәмиәтен билдәләне. Акция быуындар араһына күпер һала, уҡыуға һәм сәнғәткә һөйөү аша патриотик ҡиммәттәрҙе нығыта, тип билдәләне ул.

Милли китапхана директоры Айгөл Әминева быйыл федераль акцияның китапханаларҙы ғына түгел, республиканың алдынғы музейҙарын да берләштереүе тураһында әйтте.

Ҡунаҡтар бай программаға ҡыҙыҡһынып ҡушылды. “Һайла! Ал! Уҡы!" тигән акцияла ҡатнашыусылар яратҡан китаптары һәм әҙәби тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Шулай уҡ теләгән һәр кем төрлө милләт авторҙарының әҫәрҙәре ҡуйылған китап күргәҙмәһен ҡарай алды.

Байрам кәйефен булдырыу өсөн төрлө әүҙем саралар ҙа ойошторолдо. Китапхана программаһы йөкмәткеһе байлығы яғынан ҡалышманы. Бында ысын ижад майҙаны ҡайнаны: ижади осрашыуҙар, ҡыҙыҡлы квестар һәм квиздар. Балалар аудиторияһына ҙур иғтибар бүленде.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Лариса Абдуллинаның “Позывной “Башкир” китабының исем туйы был көндөң төп әҙәби ваҡиғаһы булды. Сараға килеүселәр китапхана фондында һаҡланған һирәк баҫмалар күргәҙмәһен дә ҡараны. Бында боронғо ҡулъяҙмалар, беренсе баҫма китаптар, бик бәләкәй китаптар ҡуйылғайны.

Республиканың Милли әҙәбиәт музейы күргәҙмәһенә ҡуйылған билдәле яҙыусыларҙың шәхси әйберҙәре килеүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Китапхана кисен “Бишбармаҡ” оркестры биҙәне. “Фәрзәнә көнбайышҡа бара” хәрби-патриотик фильмын ҡарау, уның режиссеры Булат Йосопов менән осрашыу акцияға йәнлелек өҫтәне.

“Библиотөн-2026” барышында Башҡортостан Республикаһының Милли китапханаһында, Үҫмерҙәр уҡыу үҙәге һәм Балалар уҡыу үҙәге майҙансыҡтарында 1700-ҙән ашыу кеше йыйылды. Был республикала китап уҡыуға һәм мәҙәниәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙың юғалмауын ғына түгел, ә арта барыуын күрһәтә.

Фото: Милли китапхананың матбуғат хеҙмәте.

 

“Библиотөн” булды
“Библиотөн” булды
“Библиотөн” булды
“Библиотөн” булды
“Библиотөн” булды
“Библиотөн” булды
“Библиотөн” булды
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас