

Күптән түгел “Буребай тау-байыҡтырыу комбинаты” акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Рөстәм Аблаев Бүребай ауылы амбулаторияһы бригадаһына медицина ҡорамалдарының сираттағы партияһын бүләк итте.
Заводтың даими ярҙамы менән медицина учреждениеһы заманса һәм бик кәрәкле ҡорамалдар менән даими яңыртыла. Был юлы амбулатор физиотерапия бүлмәһе дүрт яңы аппарат менән киңәйтелгән, улар төрлө быуындарҙың, шул иҫәптән арҡа, умыртҡа һөйәге сирҙәрҙен терәк-хәрәкәт аппараты ярҙамында сифатлыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк дауалау мөмкинлеген бирәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: райондың һаулыҡ һаҡлау системаһына ярҙам итеү тау компанияһының өҫтөнлөклө социаль программаларының береһе булып ҡала. Был тәү сиратта комбинат хеҙмәткәрҙәре, ветерандар, уларҙың ғаиләләре, бөтә Бүребай халҡы райондан ситтә ҡалаға йөрөмәйенсә, тейешле, сифатлы медицина хеҙмәттәрен бушлай ала алһын өсөн эшләнә.
Һүрәттә: “Буребай тау-байыҡтырыу комбинаты” акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Рөстәм Аблаев яңы медицина ҡорамалдарын тапшыра.