Йәмғиәт
22 Апреля , 16:50

Башҡортостандан имам Бөтә Рәсәй “Хеҙмәт итеү” премияһы лауреаты булды

Уның һүҙҙәренсә, бүләкте нимәгә йүнәлтәсәге хәл ителгән дә инде.

Башҡортостандан имам Бөтә Рәсәй “Хеҙмәт итеү” премияһы лауреаты булдыБашҡортостандан имам Бөтә Рәсәй “Хеҙмәт итеү” премияһы лауреаты булды
Башҡортостандан имам Бөтә Рәсәй “Хеҙмәт итеү” премияһы лауреаты булды

Бөтә Рәсәй “Хеҙмәт итеү” муниципаль премияһы сиктәрендә “Халыҡ фронты” Президент хәрәкәтенән махсус приз булдырҙы. Премия лауреаты, Туймазы районынан имам Ренат Ғарифуллинға бер миллион һумлыҡ сертификатты “Халыҡ фронты” башҡарма комитеты етәксеһе Михаил Кузнецов тапшырҙы.

Бүләк аҡсаны Ренат Шакир улы алғы һыҙыҡтағы яугирҙәр өсөн кәрәкле ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтәсәк. Уның һүҙҙәренсә, бүләк нимәгә йүнәлтеләсәк, тигән ҡарар ҡабул ителгән дә инде.

– Мин төндә күреү приборҙарын алып китәсәкмен. Танк подразделениеһында хеҙмәт иттем, шуға күрә тәүлектең ҡараңғы ваҡытында уларһыҙ ауыр булғанын беләм. Ошондай ҙур бүләк өсөн рәхмәт, — тип билдәләне имам Ренат Ғарифуллин.

Лауреаттың тарихы фронт тәжрибәһенең урындарҙа тыныс, әммә шул уҡ ваҡытта мөһим эшкә күсеүенең сағыу миҫалдарының береһе булып тора. Ренат Ғарифуллин 65 йәшендә үҙ теләге менән фронтҡа китә. Демобилизацияланғандан һуң тыуған еренә ҡайта, унда ауылдаштары уны ауыл биләмәһе Советы депутаты итеп һайлай. Бөгөн ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә әүҙем ярҙам итә, йәмәғәт эшен дауам итә һәм йәштәрҙе патриот итеп тәрбиәләү менән шөғөлләнә.

Был эшмәкәрлеккә уның 22 йәшлек ейәненең алғы һыҙыҡта булыуы ла ҡанатландыра. Ренат Шакир улы үҙе хәрбиҙәргә һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеп кенә ҡалмай, ә үҙенең өлгөһөндә йәш быуынға ысын яуаплылыҡ, кешеләргә хеҙмәт итеү һәм Тыуған илгә һөйөү нимә икәнен күрһәтә.

“Хеҙмәт итеү” премияһы Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса үткәрелә. Уның маҡсаты – илдең муниципаль берләшмәһен туплау һәм муниципаль хеҙмәттең абруйын күтәреү. Ойоштороусы булып Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте ярҙамында Бөтә Рәсәй урындағы үҙидараны үҫтереү ассоциацияһы сығыш яһай.

Был номинацияла “Халыҡ фронты”нан махсус приз булдырыу алғы һыҙыҡ аша үтеп, илгә үҙ муниципалитеттарында хеҙмәт иткән, яҡташтарына, яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам иткән һәм йәштәрҙе шәхси өлгө менән тәрбиәләгән кешеләрҙең айырым ролен билдәләй.

Фото: “Халыҡ фронты”.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас