Йәмғиәт
22 Апреля , 18:30

Һеҙҙең яҡта йыуа нисек атала?

Ялан-ҡырҙарҙа ҡуҙғалаҡ, йыуа, ҡаҡы, балтырған кеүек шифалы үләндәр өлгөрә. Уларҙан аш, бәлеш бешерергә мөмкин. Шулай уҡ туңдырып һаҡларға ла була.

Һеҙҙең яҡта йыуа нисек атала?Һеҙҙең яҡта йыуа нисек атала?
Һеҙҙең яҡта йыуа нисек атала?

"Аллаға шөкөр, күгүләнгә лә аяҡ баҫтыҡ”,  - ти торғайны элегерәк инәйҙәр. Ысынлап та, тәбиғәт көндән-көн йәшәрә, матурая. Ялан-ҡырҙарҙа ҡуҙғалаҡ, йыуа, ҡаҡы, балтырған кеүек шифалы үләндәр өлгөрә. Уларҙан аш, бәлеш бешерергә мөмкин. Шулай уҡ туңдырып һаҡларға ла була.

Йыуа - бик шифалы үлән. Уны һәр ерҙә төрлөсә атайҙар. Шулай уҡ төрлө сорттары бар. Мәҫәлән, әсе йыуа, оҫҡон йыуаһы, һыу йыуаһы һәм башҡалар.

Һеҙҙең яҡта ул нисек атала? Йыуанан нимәләр эшләйһегеҙ? Ҡышҡылыҡҡа туңдыраһығыҙмы? Фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.

 

Автор фотолары.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

Һеҙҙең яҡта йыуа нисек атала?
Һеҙҙең яҡта йыуа нисек атала?
Автор:Карима Усманова
Читайте нас