

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы кубогына ярыштарҙа академия, Өфө дәүләт фән һәм технологиялар, Өфө дәүләт нефть техник университеттары, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы, шулай уҡ йәштәр сәйәсәте лигаһында ҡатнашыусылар һәм башҡалар оратор оҫталығында юғары әҙерлек күрһәтте.
Академия студенттары, сараны алып барыусылар Әлфиә Сафина менән Рөстәм Фәхретдинов бәйгелә ҡатнашыусыларҙы, белгестәрҙе һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләне. Улар ошондай турнирҙарҙың әүҙем гражданлыҡ позицияһын, тәнҡит фекерләүен үҫтереү һәм конструктив диалог алып барыуҙа мөһим икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Фән һәм ойоштороу эше буйынса проректор Ынйы Вернигора, сараны асып, турнирҙың фекерҙәштәр осрашыуы, идеялар менән алмашыу һәм яңы таныштар булдырыу урыны икәнлеге хаҡында әйтте.
– Идара итеү алыштары – спорт ул. Бында һөжүм итеү техникаһы – тыңлай һәм ишетә белеү. Бөгөн бында турнир ғына түгел, интеллекттар алышы ла үткәрелә, – тип белдерҙе ул.
Жюри составында идара итеү, хоҡуҡ, эшҡыуарлыҡ һәм йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге әйҙәүсе белгестәр бар ине.
Һәр бәйгенең үҙ еңеүсеһе була. Турнирҙа беренсе урынға – Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академиһы, икенсегә – Йәштәр сәйәсәте лигаһы, өсөнсөгә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты лайыҡ булды. Еңеүселәргә бүләктәр һәм Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академиһы ректорының кубогы тапшырылды.
Турнирҙы ойоштороусылар фотоһы.
Сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2026-04-25/v-ufe-prrshel-mezhvuzovskiy-turnir-po-upravlencheskim-poedinkam-4665414