

Былауҙы яратмаған кеше бик һирәктер. Тәмле лә, туҡлыҡлы ла ризыҡты табындарға йыш әҙерләйҙәр. Ошо ысул менән дә бешереп ҡарағыҙ әле.
Бының өсөн тәүҙә ҡаҙанға һарыҡ йәки һыйыр итен эре генә итеп турап һалабыҙ. Ит һимеҙ булһа, тәмлерәк килеп сыға. Үҙ һутында дүрт-биш баш һарымһаҡ менән әкрен утта бешеп еткәс, тоҙ һибәбеҙ. Әҙ генә көнбағыш майы өҫтәп, еңелсә ҡыҙҙырабыҙ.
Ҡыҙҙырылған ит өҫтөнә эре генә итеп туралған һуғанды күп кенә итеп һалабыҙ, уның һуты ла иткә үҙенсәлекле тәм бирә. Һуған өҫтөнә оҙонса итеп туралған кишерҙе теҙәбеҙ .
Улар әкрен утта томаланып бешкән арала алдан йыуып, һыуҙа бүрттерә биргән дөгөнө ҡаҙанға һалабыҙ. Ҡоро дөгөнөң үҙен генә тоҙ һәм тәмләткестәр менән бутап ҡуйырға мөмкин. Аҙаҡ өҫтөнән бер сантиметр самаһы ҡалҡып торорлоҡ итеп ҡайнар һыу ҡоябыҙ. Томаланып ҡына һыуын һеңдереп бөткәнсә дөгө бешә. Ҡатыраҡ булһа, әҙ генә тағы һыу өҫтәргә мөмкин.
Ҡапҡасы ябылған көйө дөгө тере генә булып бешеп еткәс, ите менән бергә болғап ҡуйырға була. Былауҙы нут борсағы менән дә әҙерләргә мөмкин.
Автор фотоһы.