Йәмғиәт
28 Апреля , 10:10

"Ир кеше алдай ала, ә көҙгө бер ҡасан да алдамай!"

 Яҡташыбыҙ "Модный приговор" тапшырыуының йондоҙо булды.

"Ир кеше алдай ала, ә көҙгө бер ҡасан да алдамай!""Ир кеше алдай ала, ә көҙгө бер ҡасан да алдамай!"
"Ир кеше алдай ала, ә көҙгө бер ҡасан да алдамай!"

Иглин районының Охлебинин ауылынан Ғәлиә Солтанова Рәсәйҙең Беренсе каналында барған "Модный приговор" тапшырыуының йондоҙо булды.

Юбилейы алдынан үҙенә бүләк эшләргә булып, Ғәлиә Ғәлимйән ҡыҙы тапшырыуҙа ҡатнашырға теләк белдергән. Уның теләген Беренсе каналда ишеткәндәр. Алып барыусыларҙың береһе Эвелина Хромченконың "Ир кеше алдай ала, ә көҙгө бер ҡасан да алдамай, йышыраҡ көҙгөгә ҡарағыҙ!" тигән кәңәше ҡанатлыға әйләнер, моғайын.

Ғәлиә Ғәлимйән ҡыҙы матурлыҡты үҙе лә тыуҙыра. Уның шөғөлө — ләлә сәскәләрен үҫтереү. Биш йыл элек был эшкә тотонғанда ул мең төп сәскә үҫтерә. Әммә уларҙы һата алмай: район үҙәгенә барып, сәскәләрен ҡатын-ҡыҙҙарға тарата. Быйыл иһә ул алты мең сәскә үҫтереп, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡыуандыра.

 

Фотолар "Модный приговор" тапшырыуының сайтынан алынды.

 

"Ир кеше алдай ала, ә көҙгө бер ҡасан да алдамай!"
"Ир кеше алдай ала, ә көҙгө бер ҡасан да алдамай!"
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас