

“Башҡортостан” гәзитенең өлкән корректоры Зөлфиә Рәфҡәт ҡыҙы менән “Ашҡаҙар” радиоһы журналисы Рәсүл Хәсән улы Сәғитовтарҙың тәүге ейәнсәре тыуҙы. Сәғитовтарҙың улы Ильяс менән килене Лиананың һәм бәхетле өләсәй менән олатайҙың ҡыуанысын беҙ ҙә ихлас уртаҡлашабыҙ.
“Был мәлде мин көндәрҙе һанап көттөм. Был көн мине тәүгә олатай итте, ейәнсәрлемен хәҙер. Ошо мөғжизәнең тормошҡа ашҡаны – донъяға яңы затым килгәне өсөн күктәргә мәңге әйтеп бөтмәҫлектер, моғайын, рәхмәтлемен”, – тип яҙҙы Рәсүл Сәғитов үҙенең сәхифәһендә.
Бәләкәсегеҙ һеҙҙе ҡыуандырып, имен-һау үҫһен, бәхетле яҙмышлы бала булһын!
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!