Йәмғиәт
29 Апреля , 16:00

Ҡунаҡ килһә, тиҙ генә әҙерләнгән ашамлыҡ

Рүзилә яҡындарын йыш ҡына ошо салат менән һыйлай.

Ҡунаҡ килһә, тиҙ генә әҙерләнгән ашамлыҡҠунаҡ килһә, тиҙ генә әҙерләнгән ашамлыҡ
Ҡунаҡ килһә, тиҙ генә әҙерләнгән ашамлыҡ

Ҡунаҡтар килер булһа йәки өйҙә берәй байрам булғанда ҡайһы саҡ өҫтәлгә нимә әҙерләргә белмәй аптырайһың. Коллегабыҙ Рүзилә Иҫәнбаева гәзт уҡыусыларыбыҙға мәшәҡәт тыуҙырмай торған, ләкин туҡлыҡлы, тәмле салат тәҡдим итә.

- Оҙаҡ туранып тормаҫ өсөн еңел генә салат тәҡдим итәм. Бының өсөн консервалы ҡыҙыл фасоль, корейса кишер, бешкән тауыҡ түшкәһе (магазинда ыҫланған әҙерҙе алһаң да була), һарымһаҡ, укроп кәрәк була. Тауыҡ итен һалам кеүек өҙгөләйбеҙ, фасоль, корейса кишер ҡушабыҙ, ике тырнаҡ һарымһаҡты ваҡ ҡырғыс аша үткәреп, укроп турап, майонез менән болғатабыҙ. Кемдәр диетала, магазин ҡаймағы менән дә бутарға була. Тиҙ генә әҙерләнгән салат тәмле һәм туҡлыҡлы, - ти ул.

 

Фотолар: Рүзилә Иҫәнбаеваныҡы.

 

 

 

Ҡунаҡ килһә, тиҙ генә әҙерләнгән ашамлыҡ
Ҡунаҡ килһә, тиҙ генә әҙерләнгән ашамлыҡ
Ҡунаҡ килһә, тиҙ генә әҙерләнгән ашамлыҡ
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас