Йәмғиәт
7 Мая , 04:30

Өфөнән тура рейс: Абхазияға ялға барыуы еңеләйә

Бөгөн, 7 майҙа Өфөнән Абхазияның баш ҡалаһы Сухумға тәүге самолет осто. Осошто ниндәй авиакомпания, ниндәй самолеттарҙа башҡара, юлға күпме ваҡыт китә?..

Өфөнән тура рейс: Абхазияға ялға барыуы еңеләйәӨфөнән тура рейс: Абхазияға ялға барыуы еңеләйә
Өфөнән тура рейс: Абхазияға ялға барыуы еңеләйә

Уны "РусЛайн" авиакомпанияһы башҡара.

Өфө аэропортының коммерция буйынса директоры Денис Никитин әйтеүенсә, рейстар аҙна һайын: шаршамбы - Сухумдан, ә кесаҙна Өфөнән 50 урынлыҡ Bombardier CRJ100/200 самолеттарында башҡарыласаҡ.

Был ғәмәл туризмды әүҙемләштерер, иҡтисади бәйләнештәрҙең нығыныуына булышлыҡ итер тип көтөлә.

Юлға 3 сәғәт 25 минут ваҡыт китә.

 

Г. Ҡотоева фотолары һәм видеолары.

Өфөнән тура рейс: Абхазияға ялға барыуы еңеләйә
Өфөнән тура рейс: Абхазияға ялға барыуы еңеләйә
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас