Йәмғиәт
13 Мая , 14:00

Үҙ һөнәрендә иң яҡшы МХО ветераны кем булыр?

Ветерандар өсөн был конкурс беренсе тапҡыр үткәрелә һәм иң-иңдәрҙе асыҡларға ярҙам итәсәк. 

Үҙ һөнәрендә иң яҡшы МХО ветераны кем булыр?Үҙ һөнәрендә иң яҡшы МХО ветераны кем булыр?
Үҙ һөнәрендә иң яҡшы МХО ветераны кем булыр?

Башҡортостанда махсус хәрби операция ветерандарын ғәҙәти тормошҡа яраҡлаштырыу, уларҙы эшкә урынлаштырыу, әүҙем тормошҡа йәлеп итеү өсөн күп эш башҡарыла. Был эшмәкәрлеккә һөнәри конкурстар ҙа инә. Әлеге ваҡытта бөтә Рәсәй “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” һөнәри оҫталыҡ конкурсының төбәк этабында МХО-нан ҡайтҡан яугирҙәр ҙә ҡатнаша аласаҡ. Улар өсөн махсус номинация – “Икенсе старт” ҡаралған. Был номинация быйыл тәүге тапҡыр индерелә. 

Конкурс тураһында һөйләшеү бөгөн “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалында үтте. Унда республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина, БР МХО ветерандары ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡов ҡатнашты.

– Махсус хәрби операция ветерандары “Икенсе старт” махсус номинацияһында ҡатнашасаҡ. Ярыштар 15 майҙа вуз-ара кампустың геном үҙәгендә үтәсәк. Унда ҡатнашыу өсөн Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалаһынан 19 ғариза тапшырылған, – тине Ольга Кабанова.

Еңеүгә дәғүә итеүселәрҙең һөнәрҙәре төрлө: физкультура уҡытыусыһы, автомеханик, электромонтер, янғын һүндереүсе һәм башҡалар. Һәр ҡатнашыусы үҙенең һөнәри эшмәкәрлегенә ҡайтыу тарихын һәм үҙенең иң яҡшы эш көнөнөң видеояҙмаһын тәҡдим итәсәк, шулай уҡ егерме һорауҙан торған тест үтәсәк.

Төбәк этабында еңеүселәр октябрҙә Һамар өлкәһендә үтәсәк конкурстың финалында Башҡортостан исеменән яығыш яһай. Еңеүселәргә һәйбәт бүләктәр ҡаралған: беренсе урынға – бер миллион һум, икенсе урын өсөн – 500 мең һум һәм өсөнсө урын яулағанға 300 мең. Бүләкләү тантанаһы Кремлдә үтәсәк.

– Ветерандарҙы социалләштереү мәшғүллектән башлана. Әле өйҙәренә ҡайтҡан яугирҙәрҙең 77 проценты эшкә урынлаштырылған. Уларҙың күбеһенә ауыр яралар һәм ампутациялар арҡаһында һөнәрен алмаштырырға тура килә. Предприятиелар менән килешеүҙәр төҙөлгән, һәм улар был егеттәрҙе эшкә алырға әҙер, — тине Гөлнур Ҡолһарина.

БР МХО ветерандары ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡов һүҙҙәренсә, “Икенсе старт” проекты өйҙәренә ҡайтҡан егеттәрҙең потенциалын асырға мөмкинлек бирә.

– Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә Радий Хәбировтың „Барыһы ла Еңеү өсөн“ тигән лозунгы фронтты яҡлау ғына түгел, ветерандарҙы тыныс тормошҡа ҡайтарыу ҙа. МХО ветераны – һуғыш геройы ғына түгел, ул көндәлек тормошта ла герой булырға тейеш. Беҙҙең эш тап һуғыштан ҡайтҡандарҙың потенциалын асыуға йүнәлтелгән. Беҙ һәр ветеранға ғорурлыҡ менән ҡарарға теләйбеҙ, был һәр ерҙә, шул иҫәптән үҙ һөнәре буйынса ла, иң яҡшыһы булырға тейешле кеше. Һәм был илебеҙҙең һәр гражданына ҡағыла, эшсе һөнәрҙәрҙе популярлаштырырға һәм үҙ эшеңдең белгесе булараҡ үҙеңде танытырға кәрәк, – тине Оскар Ситдиҡов.

Фото: Валерий Шахов, "Башинформ".

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас