Йәмғиәт
18 Мая , 06:48

Әлеге ваҡытта был технологиялар бигерәк ҙур мәғәнәгә эйә

Сараны Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың травматологтары һәм ортопедтары ойошторҙо.

Әлеге ваҡытта был технологиялар бигерәк ҙур мәғәнәгә эйәӘлеге ваҡытта был технологиялар бигерәк ҙур мәғәнәгә эйә
Әлеге ваҡытта был технологиялар бигерәк ҙур мәғәнәгә эйә

Өфөләге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә “Фән, инновациялар һәм практика” Рәсәй ортопедия конгресы үткәрелде.

Сарала Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Волга буйы һәм Урал федераль округтары белгестәре ҡатнашты. Башҡортостан травматологтары һәм ортопедтары үҙҙәренең эшләнмәләрен күрһәтте.

Үҙәктә робот хирургияһы, 3D-баҫма имплантаттар һәм шәхсиләштерелгән ҡараш булды. Әйткәндәй, Башҡортостан дәүләт медицина университеты клиникаһында 2024 йылдан “Cuvis Joint” робот ҡоролмаһы эшләй. Республиканың Травматологтар һәм ортопедтар ассоциацияһы президенты Булат Минасов әйтеүенсә, робот – алтынсы технологик ҡараш технологияһы ул.

Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Вил Тимербулатов был һөнәрҙең МХО осоронда ҙур мәғәнәгә эйә булыуы хаҡында әйтте.

Сараны Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың травматологтары һәм ортопедтары ойошторҙо.

 

Сығанаҡ, фото: БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас