Йәмғиәт
19 Май , 13:30

Иванды төбәк этабы көтә

Бөтә Рәсәй конкурсының  “Икенсе старт” номинацияһында Башҡортостан исеменән Күмертауҙан Иван Барышев сығыш яһай.

Иванды төбәк этабы көтәИванды төбәк этабы көтә
Иванды төбәк этабы көтә

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” бөтә Рәсәй конкурсы төбәк этабының “Икенсе старт” номинацияһында еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы эксперт комиссияһы билдәләгән.

Еңеүсе булып Иван Барышев табылған. Ул Советтар Союзы Геройы Константин Оргин исемендәге 10-сы мәктәптә физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. Ул кадет ротаһы кураторы, “Гефест” хәрби-патриотик үҙәге тренеры. Уның иңендә армияла хеҙмәт итеү, педагогия колледжында уҡыу. Әммә һуңғыһын хәрби хеҙмәткә контракт төҙөп тамамламай. 2022 йылда МХО-ға китә, ә ҡайтҡас, мәктәптә эшләй башлай.

Икенсе урында — Мәләүездән шәхси эшҡыуар Артем Кудрявцев. Махсус операцияла ҡатнашҡандан һуң Артем үҙ эшен аса, ул 3D-баҫма менән шөғөлләнә. Өсөнсө урынды Өфө янғын һағы идаралығының янғын һүндереү автомобиле водителе Дамир Хәбибуллин яуланы.

Еңеүсегә — 40 мең һумға, призерҙарға 24 һәм 12 мең һумға сертификат тапшырылған.

Иван Барышев октябрҙә Һамарҙа үтәсәк бөтә Рәсәй конкурсының финалында Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Бүләкләү тантанаһы мәскәүҙә Кремль һарайында үтәсәк: иң яҡшыларҙы 300 меңдән 1 миллион һумға тиклем бүләктәр көтә.

Фото: Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2026-05-18/bashkiriyu-na-vserossiyskom-vtorom-starte-predstavit-ivan-baryshev-iz-kumertau-4689542

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас