Йәмғиәт
20 Май , 15:45

Нефтекама иң төҙөк ҡалаларҙың береһенә әүерелде

Ҡала, ауылдар күркәм, уңайлы, иң мөһиме, хәүефһеҙ булырға тейеш.

Нефтекама иң төҙөк ҡалаларҙың береһенә әүерелдеНефтекама иң төҙөк ҡалаларҙың береһенә әүерелде
Нефтекама иң төҙөк ҡалаларҙың береһенә әүерелде

Нефтекамала Ҡаланың йәмәғәт киңлектәрен үҫтереү стратегияһын тормошҡа ашырыу дауам итә.

Бөгөн эш сәфәре барышында Радий Хәбиров яңыртылған Хеҙмәт даны аллеяһын ҡарап сыҡты. Биләмәне 2025 йылда “Нефтекама: ваҡыт күсәре” башланғысы буйынса төҙөкләндергәндәр. Проекттың концепцияһы аллеяны “ваҡыт күсәре” рәүешендә күрһәтеүгә ҡоролған. Ул ҡаланың үҫешендәге мөһим дәүерҙәрҙе сағылдыра. Биләмә дүрт тематик зонаға бүленгән. Мәҫәлән, беренсе төҙөүселәр зонаһында Нефтекамалағы тәүге йорттарҙағы фатирҙарҙың планировкаһын хәтерләткән урам “ҡунаҡханаһы”н эшләгәндәр. Нефть сығарыу зонаһының үҙәгендә – нефтселәргә һәйкәл, ә тирә-яғында – ял майҙансыҡтары. Сәнәғәт зонаһында ҡаланың беренсе етәксеһе Евгений Карцевҡа һәйкәл ҡуйылған. Дан аллеяһында иһә Нефтекаманың почетлы граждандарының портреттары менән мультимедиалы экрандар урынлаштырылған. Аллеяның буйынан-буйына велосипед юлы һалынған.

Ҡала хакимиәте башлығы Эльдар Вәлидов әйтеүенсә, аллеяны реконструкциялау Йәмәғәт киңлектәрен үҫтереү стратегияһын тормошҡа ашырыуҙың логик дауамы булып тора. “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты буйынса Нефтекамала шулай уҡ  “Сәләмәтлек һуҡмағы” төҙөкләндерелгән. Унан һуң ҡаланың үҙәк биләмәләрен үҙгәртеп ҡороуға тотонғандар. Сиратта – Ленин исемендәге майҙанға яңы һулыш биреп, уны яңыртылған аллея менән берләштерергә тейешле “Нефтекаманың тартыу үҙәге” проекты.

– Һуңғы йылдарҙа Нефтекама йылдам үҙгәрҙе, республикала иң төҙөк биләмәләрҙең береһенә әүерелде. Ҡала төрлө программаларҙа ҡатнашты, федераль аҡса йәлеп итте. Шуныһы мөһим, башҡа ҡалаларҙағы кеүек үк бында ла биләмәләрҙе үҫтереүгә комплекслы ҡараш булдырылған, – тине Радий Хәбиров. – Парктарҙы, скверҙарҙы, майҙандарҙы, яр буйҙарын яңыртыуға күп иғтибар бирәбеҙ. Республика ҡала, ауылдары күркәм, уңайлы, ылыҡтырғыс һәм, иң мөһиме, хәүефһеҙ булырға тейеш. Әкренләп уларҙы иң юғары стандарттарға яҡынайтырға тырышабыҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

 

Нефтекама иң төҙөк ҡалаларҙың береһенә әүерелде
Нефтекама иң төҙөк ҡалаларҙың береһенә әүерелде
Нефтекама иң төҙөк ҡалаларҙың береһенә әүерелде
Нефтекама иң төҙөк ҡалаларҙың береһенә әүерелде
Нефтекама иң төҙөк ҡалаларҙың береһенә әүерелде
Нефтекама иң төҙөк ҡалаларҙың береһенә әүерелде
Автор:Гөлсәсәк Хәйруллина
Читайте нас