Йәмғиәт
9 Июня , 14:15

Башҡортостан исеменән кемдәр сығыш яһай?

Журналистар өсөн ойошторолған матбуғат конференцияһында Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында республикабыҙ исеменән сығыш яһаған коллективтар һәм солистарҙың исемдәре билдәле булды. 

Башҡортостан исеменән кемдәр сығыш яһай?Башҡортостан исеменән кемдәр сығыш яһай?
Башҡортостан исеменән кемдәр сығыш яһай?

Өфө тағы ла бер күләмле форумды ҡабул итергә әҙерләнә. 23–27 июндә бында III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы уҙа. Төп саралар 24–26 июнгә ҡаралған. Ҙур фестиваль алдынан ойоштороусылар, уға ҡатнашы булған ижади вәкилдәр “Башҡортостан” концерт залында журналистарға матбуғат конференцияһы үткәрҙе.  

Федераль проект Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында “Халыҡ ижады – балаларға” тигән программаға ярашлы ойошторола. Уның төп маҡсаттары – мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу, илебеҙ халыҡтарының традицион сәнғәтен, йолаларын популярлаштырыу, балаларҙы халыҡ ижадына йәлеп итеү, ижади аралашыу һәм тәжрибә уртаҡлашыуға майҙансыҡ булдырыу.

Матбуғат конференцияһында БР мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Салауат Кирәев, Милли музей директоры Рөстәм Исхаҡов һәм башҡалар ҡатнашты. Һәр кем фестивалде ойоштороу һәм үткәреү буйынса үҙ вәкәләтендәге мәсьәләләргә ҡағылышлы һорауҙарҙы асыҡлап китте.

Фольклориадала Башҡортостан исеменән сығыш яһаған коллективтар һәм солистарҙың исемдәре билдәле булды. Улар тураһында Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева һөйләне. Бына улар, мәртәбәле мәҙәни форумда сығыш яһау бәхете тейгән коллектив һәм башҡарыусылар:

– Әҙеһәм Исҡужин исемендәге өлгөлө ҡурайсылар ансамбле, ул Рәми Ғарипов исемендәге 1-се БРГИ-ла эшләй. Етәксеһе – Вәсил Баймырҙин, БР-ҙың Ҡурайсылар дәүләт ансамбле артисы. Йәш таланттар боронғо башҡорт көйҙәрен бар үҙенсәлеген һаҡлап, боронғоса яңғырата;

– Өфө районының “Дарман” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле. Етәкселәре – Алина менән Роберт Хәмиҙуллиндар. Коллектив милли бейеүҙе башҡарыу йолаһын һаҡлауы, үҙенсәлекле алымдары һәм боронғо милли кейем өлгөләрен ҡулланыуы менән билдәле. Роберт Хәмиҙуллин үҙе – башҡорт милли костюмын реконструкторлаусы, "Тамға" конкурсында уңышлы ҡатнашып, еңеүселәр араһына инде; 

– Күмертау ҡалаһының “Зоренька” өлгөлө рус йыры ансамбле, етәксеһе – Ирина Кувшинова. Йырсылар Брянск, Курск һәм Ырымбур өлкәләрендә таралған рус йырҙарын өйрәнә, уларҙы үҙенсәлеген һаҡлай һәм шул диалекттарҙа башҡара; 

– солист булараҡ Көйөргәҙе районынан 13 йәшлек Әнүәр Вәхитов ҡатнаша. Йәш талант оҙон көйҙәрҙе, өзләүҙе оҫта башҡара;

– тағы бер башҡарыусы – Баҡалы районынан 15 йәшлек музыкант Азамат Ханнанов. Ул ҡурайҙа уйнай һәм өзләп йырлай.

Фольклориада 2022 йылдан үткәрелә. Унда 10–18 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнаша. Тәүгеһе Сыуаш Республикаһында үткәрелде һәм 70 субъекттан 1100 ҡатнашыусыны тупланы. II Фольклориада 2024 йылда Татарстанда уҙҙы, унда 80 Рәсәй төбәгенән 1183 вәкил килде.  

Рәүилә Ғатауллина.

Фотоһүрәттәрҙә: "Тамыр" телеканалының йәш хәбәрселәре Мәликә Ишмөхәмәтова һәм Азамат Йомағолов фоьклориаданы ойоштороусы өлкәндәргә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе; матбуғат конференцияһында ҡатнашыусылар; 2024 йылда Башҡортостан данын Иҙел Тунников яҡланы, Фольклориаданың логотибы.

Автор фотолары. 

 

Башҡортостан исеменән кемдәр сығыш яһай?
Башҡортостан исеменән кемдәр сығыш яһай?
Башҡортостан исеменән кемдәр сығыш яһай?
Башҡортостан исеменән кемдәр сығыш яһай?
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас