

16 июнь, бөтә республика милли батырыбыҙҙың яҡты рухы алдында оло ихтирам менән баш эйгән көндә, Салауат Юлаевтың йәнтөйәге – Тәкәй ауылы халыҡ хәтере һәм ғорурлығы үҙәгенә әүерелде. “Салауат ере” тарихи-мемориал комплексында батырҙың исемен тарих биттәре итеп кенә түгел, ә юл күрһәткән йондоҙ һәм еңелмәҫ рух ныҡлығын сағылдырған символ булараҡ ҡабул итеүселәр йыйылды.
Батырҙың кенотафы эргәһендәге тантаналы митингта бер-бер артлы сағыу сығыштар яңғыраны. Райондың абруйлы вәкилдәре: бөтә донъяла танылыу яулаған “Янғантау” шифаханаһы директоры Альфред Аҡбашев, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Юлиә Садиҡова, педагогик хеҙмәт ветераны Лена Ямалетдинова, “Салауат вариҫтары” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Виктор Хәкимов, ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Ғәлиева һәм Салауат районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Нәфисә Вахитова йыйылған халыҡҡа сәләмләү һүҙҙәрен еткерҙе. Уларҙың телмәре берҙәм ҡаһарманлыҡ һәм Ватанға тоғро һөйөү гимны булараҡ яңғыраны.
Салауаттың үлемһеҙ шиғырҙарын уҡыған йәш талант, 7-се класс уҡыусыһы Арыҫлан Ғәйнетов сараға айырым йылылыҡ өҫтәне. Әйтерһең дә, быуаттар аша батырҙың тауышы ҡайтауаз булып яңғыраны. Район шағиры Рүзит Баһауетдиновтың әҫәрҙәре һәм сәсәниә Вадиға Дәүләтшинаның сығышы сарала ҡатнашҡандарға ижади бүләк булды. Педагогик хеҙмәт ветераны Лена Ямалетдинова данлы батырыбыҙға хөрмәт йөҙөнән доға ҡылды.
Тантана Салауаттың символик ҡәберенә сәскә һалыу менән тамамланды. Артабан ҡунаҡтар, әүәлге йола буйынса, батыр эҙҙәрен һаҡлаған ерҙән көс-ҡеүәт алыу өсөн изге Салауат шишмәһенә юлланды.