

Кисә Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында V киң мәғлүмәт саралары медиайыйыны үтте. Сарала 300-ҙән ашыу кеше – дәүләт һәм муниципаль киң мәғлүмәт саралары етәкселәре һәм журналистары, хәрби хәбәрселәр, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге һәм яңы медиа өлкәһендәге эксперттар йыйылды.
Медиайыйында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Ул төбәктең медиа тармағын үҫтереүҙә төп өҫтөнлөктәрҙе билдәләне, шулай уҡ киң мәғлүмәт саралары етәкселәре һәм журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йыйындың пленар ултырышында республиканың бөтә киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә һөнәри эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Хеҙмәтегеҙ өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт. Беҙ, ысынлап та, бик ауыр ваҡытта йәшәйбеҙ. Һуңынан был ваҡыт тураһында легендалар һөйләйәсәк. Беҙ һеҙҙең менән еңел булмаған ковидтан саҡ сыҡтыҡ. Кемдер биреште, кемдер үҙ идеалдарына хыянат итте, ә кемдер тыныс ҡына үҙ эшен башҡарҙы. Һәм бына ике мең ярым журналист, мөхәррир, нәшриәтсе армияһы үҙ эшен тыныс ҡына башҡара. Һеҙ ныҡлы тышлыҡ булдыраһығыҙ, уның эсендә беҙ, башҡарма органдар, үҙ эшебеҙ менән тыныс шөғөлләнә һәм тәү сиратта махсус хәрби операцияға ярҙам итә алабыҙ. “Барыһы ла Еңеү өсөн” тигән беҙҙең дөйөм девизды һайлағанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, – тине Радий Хәбиров.
Радий Фәрит улы үҙенең нисек итеп быйылғы Мөрәжәғәтнамәһенә әҙерләнгәнен һөйләне.
– Тема яһалма зиһенгә арналды һәм барыһы ла бының өсөн әҙер ине. Тик эстә һорау тыуҙы, ә бөгөн ошо тема иң мөһимеме? Сөнки Мөрәжәғәтнамә иң көнүҙәк һорауҙарға яуап бирергә тейеш. Ә бөгөн иң мөһиме нимә? Беҙ Хөкүмәт менән оҙаҡ фекер алыштыҡ, Андрей Назаров менән сәғәттәр буйы ултырҙыҡ. Һәм беҙҙә мобилизация Мөрәжәғәтнамәһе кәрәк тигән идея тыуҙы. Һәм “Барыһы ла Еңеү өсөн” тигән Мөрәжәғәтнамә бер төн эсендә тиерлек яҙылды. Һөҙөмтәлә дөрөҫ темаға эләктек. Беҙгә был осорҙо лайыҡлы үтергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы журналистар менән асыҡтан-асыҡ һөйләште һәм бөгөнгө проблемалар тураһында әйтте. Уның белдереүенсә, әле республикабыҙ хәүеф аҫтында һәм дошмандар өсөн сәп булып тора. Әммә, уның һүҙҙәренсә, республика хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса етди эш алып бара.
Республика Башлығы шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү масштабы һәм уларҙың тыныс тормошҡа ҡайтыуы хаҡында һөйләне. Ул ҡайтҡан яугирҙәрҙе эшкә урынлаштырыуға һәм социалләштереүгә айырыуса иғтибар бүлә.
– Беҙҙә күп егеттәр һуғыша. Дүрт меңгә яҡыны өйөнә ҡайтҡан, уларҙың меңе — инвалид. Барыбыҙ өсөн дә ҙур бурыс — егеттәрҙе лайыҡлы ҡаршылау һәм уларға яңы тормош башларға ярҙам итеү. Беҙ егеттәрҙең 75 процентын эшкә урынлаштырҙыҡ, – тип билдәләне ул.
Бөгөн төп бурыс — алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә ярҙам итеү, тине төбәк етәксеһе. Уның һүҙҙәренсә, көрәшселәр өсөн иғтибар һәм хәстәрлек айырыуса мөһим, һәм был йәһәттән журналистар ҙур роль уйнай.
– Беҙҙең егеттәр журналистар килһә, бик ҡыуана, – тип яугирҙәрҙең һүҙҙәрен еткерҙе ул.
Радий Хәбиров шулай уҡ Башҡортостан халҡының хеҙмәт батырлыҡтарын мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйғанын иҫкә төшөрҙө. Күп һанлы видеоматериалдар архивҡа тапшырыла, һанлаштырыла, мәғлүмәт базаһы формалаша, ул хәтерҙе һаҡлау өсөн нигеҙ булып тора.
Республикала хәрби хәбәрселәр тураһында закон ғәмәлдә – Рәсәйҙә хәрби хәбәрселәрҙең статусын һәм уларға һәм уларҙың ғаиләләренә дәүләт ярҙамы сараларын нығытыусы беренсе документ. Башҡортостан Башлығы хәрби хәбәрселәргә уларҙың эше өсөн рәхмәт әйтте.
Радий Хәбиров муниципалитет етәкселәренә МХО биләмәһенә барыуҙы тыйыуы тураһында ла әйтте. Был – хәүефһеҙлек сараһы.
– Беренсенән, уларҙың шөғөлләнер эше күп, — тине Башҡортостан Башлығы. – Икенсенән, унда хәл бик ҡатмарлы. Бөгөн унда хәрби хәбәрселәр ҙә, муниципаль, республика, федераль власть вәкилдәре лә бар, уларҙың барыһы ла дошман өсөн - сәп.
Республика етәксеһе дошмандың мәкерле һәм хәүефле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм барыһын да һаҡ булырға саҡырҙы. Ул журналистар берләшмәһенә айырыуса иғтибар бүлде, баҫма һәм редакция етәкселәрен хеҙмәткәрҙәренең хәүефһеҙлеге мәсьәләләренә яуаплы ҡарарға ҡушты.
Вәдүт ИСХАҠОВ, Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире, хәрби хәбәрсе:
– Беҙ бишенсе форумды “Бөтәһе лә Еңеү өсөн” тип осраҡлы ғына атаманыҡ. Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә бөтә Башҡортостан кешеләренә ошо лозунг менән мөрәжәғәт иткәйне. Беҙ, журналистар, ғөмүмән, республика халҡы быны бик яҡшы аңлайбыҙ һәм ошо лозунг аҫтында илебеҙ өсөн хәл иткес осорҙа бергә бер йоҙроҡ булып төйнәлеп эшләйбеҙ. Еңеү һүҙе һуғыш яланындағы еңеүҙе генә аңлатмай. Беҙгә, тылдағыларға, ныҡлап, тотороҡло эшләргә кәрәк, шул саҡта еңеү ҙә тиҙерәк килер. МХО башланғас та республика Башлығы әллә нисә тапҡыр фронтҡа барып ҡайтты, ул егеттәрҙең йәшәйеше, проблемалары менән яҡындан таныш. Тап ошо сәбәпле беҙҙең республикала ошо йүнәлештәге эштәр башҡа төбәктәргә ҡарағанда яҡшыраҡ башҡарыла. Республикала илдә беренсе булып хәрби журналистар тураһында закон ҡабул ителеүе быға аныҡ миҫал.
Беҙ – журналистар “Барыһы ла Еңеү өсөн” лозунгына “Барыбыҙ ҙа Еңеү өсөн” тигән мәғәнә лә өҫтәнек, сөнки дөйөм эштә бөтәбеҙ ҙә ҡатнашмаһа, тарҡаулыҡ булһа, беҙгә еңел булмаясаҡ. Хәбәрселәрҙең иңенә ҙур бурыстар һалынған: дөрөҫлөктө күрһәтергә, халыҡ араһында тотороҡлолоҡ булдырырға, ыңғай, матур фекер тыуҙырырға тейешбеҙ. Башҡортостан журналистикаһы был эште лайыҡлы башҡара. Радий Хәбиров форумда хәбәрселәргә рәхмәт әйтте, барығыҙҙы ла ағайҙарса ҡосаҡлар инем, һеҙ бөтәгеҙ ҙә тарих, уникаль кешеләр, тине. Минеңсә, был бик юғары баһа.
Медиайыйынға килгәндә, ул 2021 йылда башланып китте. Быйыл бишенсеһе үтте, Радий Фәрит улы уларҙың һәр береһендә шәхсән ҡатнаша, бөтә проблемаларыбыҙҙы белә. Быға Мәскәү ҡунаҡтары ла шаһит булды, һоҡланып ҡайтып китте. Күп төбәктә булабыҙ, тик һәр ваҡыт журналистар менән бергә булған төбәк етәксеһен һирәк күрәбеҙ, тиҙәр. Ә бит Радий Хәбиров форумдан тыш башҡа беҙҙең сараларҙан да ситтә ҡалмай, мөмкинлек табып ҡатнаша. Уның иғтибары арҡаһында тираждар һаҡлана, социаль селтәрҙәр үҫешә, почта эшләй. Был – ярҙамдың сағылышы.
Фекерем аҙағында яһалма зиһен темаһына туҡталғым килә. Быйыл Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһе ошо темаға арналырға тейеш ине тип көтөлдө. Эйе, ул мөһимерәк теманы һайланы, әммә бөтә ил әле саҡ үҫтерә башлаған теманы беҙҙең Башлыҡтың шул саҡта уҡ белеүе, үҫтерергә тырышыуы уның алға киткән фекерле кеше булыуы тураһында һөйләй. Республикала яһалма зиһенде үҫтереү өсөн махсус вице-премьер тәғәйенләнде. Беҙ, журналистар ҙа, ошо йүнәлештә әүҙем эшләргә тейешбеҙ. Форумда спикерҙар килеп ошо хаҡта фекерҙәре менән уртаҡлашты. Эйе, яһалма зиһен журналисты алмаштыра алмай, тик ярҙамсы булырға тейеш. Элек аҙналар буйы эшләнгән әйберҙе ул 5-6 минутта эшләй. Шулай булғас, алда беҙҙе тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ эш көтә.