Йәмғиәт
27 Июль , 11:10

2 августа паркка килегеҙ

Сара айҡанлы бай программа төҙөлгән.

2 августа паркка килегеҙ2 августа паркка килегеҙ
2 августа паркка килегеҙ

2026 йылда Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө байрамы Өфөлә 2 августа Еңеү паркында һәм "Тулҡын" паркында ойоштороласаҡ. Башта һәйкәлдәргә сәскәләр һаласаҡтар.

Сара айҡанлы бай программа төҙөлгән. Иртә менән парктарҙа Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандарын күрәсәкбеҙ. Әйткәндәй, улар "Геройҙар уҙышы" тигән экстремал йүгереүҙә ҡатнашасаҡ. Күргәҙмә ҡуйыласаҡ, уның янында олоһо ла, кесеһе лә күп булыр тип көтөлә. Ә тап төш мәлендә "Десант нисек һуғыша?" тип аталған күрһәтмә сығыш көтөлә.  Бынан тыш, "Первушино" пилоттар төркөмөнөң сығышы көтөлә, парашюттан һикерәсәктәр. Шулай уҡ йыр-моң һәм бейеү ҙә ҡаралған.

 

Фото: ch.pinterest.com

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас