

1-13 августа “Башҡортостан Республикаһы РТРС” Рәсәй телевидение һәм радиотапшырыуҙар селтәре филиалы предприятиеның 25 йыллығы хөрмәтенә РТРС-тың бейеклектәге объекттарын архитектура-художестволы яҡтыртыу парадына ҡушыла.
Медиафасадта “РТРС - 25 йыл” триколор фонында “Был беҙҙеке. Был эшләй!”, “13 август – РТРС көнө”, "РТРС-ты тыуған көнө менән!”, юбилей логотибы, күбәләк салют фонында һанлы эфир телевидениеһы логотибы, цифрлы, брендлы төҫтәрҙәге яҙыуҙар, телебашняның ялтырап торған йондоҙ ҡырҙарынан һәм ялтырап торған спираль биҙәктәрҙән торған байрам калейдоскобын сағылдырған ҡотлауҙар һәм байрам символдары барлыҡҡа киләсәк. Байрам яҡтыртыуы урындағы ваҡыт буйынса 22.30 сәғәттән 23.00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.
Предприятиеның флагманы - 540 метрлыҡ Останкино телебашняһы корпоратив төҫтәрҙә ҡотлау менән “Был беҙҙеке. Был эшләй!” ролигын күрһәтәсәк. Акцияла шулай уҡ Благовещен, Биробиджан, Бөйөк Новгород, Грозный, Кострома, Ҡыҙыл, Майкоп, Махачкала, Нальчик, Түбәнге Новгород, Новосибирск, Түбәнге Кама, Омск, Ырымбур, Пермь, Дондағы Ростов, Һамар, Санкт-Петербург, Саранск, Һарытау, Сочи, Тамбов, Тверь Улан-Удэ, Черкесск, Ярославль һәм башҡа ҡалаларҙың башнялары һәм мачталары ҡатнаша.
РТРС - донъялағы иң ҙур телерадио селтәре, һанлы эфир телетапшырыуҙары һәм FM-радиотапшырыуҙар операторы. Башҡортостан филиалы 2002 йылда РТРС составына инде. Уның селтәре 20 телеканал һәм өс радиостанцияны абонентлыҡ хаҡынан тыш ҡабул итеү мөмкинлегенә эйә һәм төбәк халҡының 95,5 процентын тәьмин итә.
2024 йылда филиал Өфө ҡалаһының 150 метрлыҡ телебашняһын медиафасадлы яңы архитектура-художестволы яҡтыртыу менән биҙәй, был уны төбәктең баш ҡалаһының визит карточкаһына әйләндерә.
Айрат НУРМӨХӘМӘТОВ фотоһы.