Йәмғиәт
18 Августа , 18:30

Октябрь революцияһы урамы матурлана

Сентябрҙә бында транспорт хәрәкәте тергеҙелергә тейеш. Республика Башлығы баш ҡалабыҙҙың тарихи өлөшөндә урынлашҡан урамды ремонтлау барышы менән танышты.

Октябрь революцияһы урамы матурланаОктябрь революцияһы урамы матурлана
Октябрь революцияһы урамы матурлана

Бөгөн, 18 августа, Башҡортостан Республикаһы етәксеһе Радий Хәбиров баш ҡаланың Октябрь революцияһы урамында булып, ундағы реконструкция һәм төҙөкләндереү эштәре барышын ҡараны.

Урамды матурлау 2022 йылда башланғайны. Эштәр бер нисә этаптан тора. Коммуникацияларҙы алмаштырыу, юл япмаһын, тротуарҙарҙы, яҡтыртыу системаһын яңыртыу планлаштырыла.

Өфө ҡала хакимиәтенең төҙөлөш, юлдарҙы һәм яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау идараһы начальнигы Константин Паппе Цюрупа урамынан алып Воровскийға тиклемге өлөштә асфальт һалыу, инженер селтәрҙәрен һуҙыу тамамланыуы тураһында хәбәр итте. Трнспорт хәрәкәтен ошо сентябрҙә үк тергеҙеү күҙ уңында тотола. Яҡын арала тротуарҙарҙы яңыртыу, яҡтыртҡыстар ҡуйыу эштәре башҡарыла. Участкала ремонтты тулыһынса 2027 йылда тамамларға тейештәр.

Урамдағы йорттарҙы – ә уларҙың күбеһе мәҙәни мираҫ объекттары – реставрациялау менән ҡыҙыҡһынған инвесторҙар менән эшләү ҙә мөһим йүнәлеш булып тора. Киләсәктә уларҙа ижади майҙансыҡтар, йәмәғәт туҡланыуы учреждениелары һәм магазиндар урынлаштырырға иҫәп тоталар. Проект Октябрь Революцияһы урамын яңыртыуға комплекслы ҡарашты күҙ уңында тота, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

– Бер айҙа бында хәрәкәт асылыр, урам эшләй башлар, – тине Радий Хәбиров. – Дөйөм алғанда, проект бер йыллыҡ ҡына түгел. Бында мәҙәни мираҫ объекттары күп, улар үҙ инвесторҙарын көтә. Әлеге йорттар баш ҡалабыҙҙың туристик картаһында лайыҡлы урын биләргә – музейҙар, сувенир кибеттәре, кафе һәм ресторандарға әйләнергә тейеш. Алда эш күп, ул, бәлки, күптәр теләгәнсә тиҙ ҙә бармайҙыр. Шулай ҙа был күләмле проектты мотлаҡ тамамларбыҙ – өфөләр ҙә, республика халҡы ла матурлыҡҡа лайыҡ.

Мәғлүмәт, фото: glavarb.ru

Октябрь революцияһы урамы матурлана
Октябрь революцияһы урамы матурлана
Октябрь революцияһы урамы матурлана
Октябрь революцияһы урамы матурлана
Октябрь революцияһы урамы матурлана
Октябрь революцияһы урамы матурлана
Октябрь революцияһы урамы матурлана
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас