

Республиканың Евразия фәнни-белем белем биреү үҙәге резиденты булған “Пегаз” холдингы инженерҙары тәбиғи газды шыйыҡландырыуҙың (артабан – СПГ) гибрид технологияһын уйлап тапҡан.
Уйлап табыусылар иҫәпләүенсә, был ысул һөҙөмтәлелеге буйынса хатта төрлө климат шарттарында, шул иҫәптән тропик зоналарҙа ла, сит ил һәм Ватан аналогтарынан отошлораҡ. Әлеге алымда фән һәм технология тығыҙ бәйләнгән, был Фән һәм технологиялар ун йыллығында ил, йәмғиәт өсөн мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүгә тикшеренеүселәрҙе йәлеп итеү бурысына ла тап килә.
– Бындай эшләнмәләр сәнәғәт өсөн стратегик әһәмиәткә эйә. Тәбиғи газды шыйыҡландырыу технологияһы Ватан технология базаһын формалаштырырға, етештереү процестарының һөҙөмтәлелеген арттырырға һәм сит илдәргә бәйле булыуҙы кәметергә мөмкинлек бирә. Башҡортостан өсөн бындай компетенцияларҙың республика эсендә, сәнәғәт предприятиеһы менән фәнни-белем биреү мөхитенең хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһендә формалашыуы айырыуса мөһим, – тип билдәләй Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.
Әлеге көндә донъяла СПГ заводтарының 70 проценттан ашыуы һәм етештереү күләменең яҡынса 80 проценты тропик климатта урынлашҡан. Арктика, газ запастарына бай булыуға ҡарамаҫтан, әлегә аҙ үҙләштерелгән урын булып ҡала. Шул уҡ ваҡытта йылы климатта тотонолған алымдар Алыҫ Төньяҡ шарттарында һөҙөмтәлелек күрһәтә аламы-юҡмы икәне асыҡ түгел.
Классик схеманан айырмалы рәүештә, Рәсәй эшләнмәһендә тригенерация контуры ҡулланыла. Был газ йылыһын файҙалы итеп тотоноуҙы ике тапҡырға арттырырға һәм энергия сығымдарын кәметергә мөмкинлек бирә. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, технология Арктика шарттарында ла уңышлы ҡулланыла.
Эшләнмә сит ил лицензияларына буйһонмай – Көнбайыш алдынғы СПГ технологиялары менән тәьмин итеүҙе туҡтатҡан шарттарҙа был айырыуса мөһим. Технологияға патент алынған.
Инженерҙар ҡарарҙың универсаллеген билдәләй: ул мәңгелек туңлыҡ, юғары дымлылыҡ, сикләнгән логистика һәм энергия менән тәьмин итеүҙең тотороҡһоҙлоғо ваҡытында файҙаланыуға иҫәпләнгән, йәғни Арктика проекттарына ла, Көньяҡ-Көнсығыш Азия, Африка һәм Латин Америкаһы илдәренә лә яраҡлы.
Мәғлүмәт, фото: pravitelstvorb.ru/news/29511/