

Бөгөн Мәләүез районы Юлдаш ауылында йәшәүсе Мөғәллимә Сәфиуллина күркәм юбилейын билдәләй. Уға 90 йәш тулған. Иртәнсәктән матур итеп кейенгән инәй һайлау комиссия ағзаларын өйөнә саҡырҙы, тауышын биргән саҡта теләктәрен ихлас күңелдән еткерҙе. Иң мөһиме доньялар тыныс булып, бөтәһе лә бәхетле оҙон ғүмер кисерһендәр тигән теләктәр теләне.
“91 йәшлек Рауил Баязитов хаҡлы ялға сыҡҡансы мәктәптә уҡытыусы булып балаларға белем бирҙе. Ул да өйөнә саҡырҙы, беҙгә уңыштар теләп ҡалды”, - ти һайлау комиссия ағзаһы Гөлсирә Ишһарина.
#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026 #ГолосМедиаСообществ2026