Йәмғиәт
24 Сентября , 16:40

Дмитрий Медведев: "Өлгәшелгәндәр менән генә туҡтап ҡалмаясаҡбыҙ"

24 сентябрҙә «Берҙәм Рәсәй» рәйесе, илдең Именлек советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Медведев партияның юғары һәм генераль советтары бюроһының берлектәге ултырышын үткәрҙе. Видеоконференция тәртибендә унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Дмитрий Медведев: "Өлгәшелгәндәр менән генә туҡтап ҡалмаясаҡбыҙ"Дмитрий Медведев: "Өлгәшелгәндәр менән генә туҡтап ҡалмаясаҡбыҙ"
Дмитрий Медведев: "Өлгәшелгәндәр менән генә туҡтап ҡалмаясаҡбыҙ"

Дмитрий Медведев Берҙәм тауыш биреү көнөнөң һуңғы йомғаҡтары 25 сентябрҙә билдәле буласағын белдерҙе, әммә «Берҙәм Рәсәй»ҙең 2021 йылдағы һөҙөмтәләрен уҙып китеүе асыҡ.

- Тәү сиратта, һайлаусыларыбыҙҙы үткән һайлауҙарҙа партияның тарихи уңыштары менән ҡотлайым. Әлеге ваҡытта «Берҙәм Рәсәй" граждандарҙың яҡынса 58 процент тауышын алған. Ә беҙҙең кандидаттар 200-ҙән ашыу бер мандатлы округта еңде, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дмитрий Медведев. - "Берҙәм Рәсәй" үҙенең һөҙөмтәләрен яҡшыртты һәм Дәүләт Думаһында үҙенең буласаҡ фракцияһына конституцион күпселекте тәьмин итте. Әммә иң мөһиме - һайлаусыларҙың ышанысы. Был хаҡта Владимир Владимирович Путин съезда сығыш яһағанда һөйләне, ышаныс - иң мөһим ҡиммәт. Беҙ ил Президентының партияһы булып ҡалабыҙ, йәмғиәтебеҙҙең төп сәйәси көсө булып торабыҙ, һәм бындай статус – ҙур хөрмәт.

Партия рәйесе билдәләүенсә, ил халҡы дәүләт башлығы һәм президент курсын эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыусы партия тирәләй берләшә. Дмитрий Медведев, әгәр һәр сәйәси көс уңышлы булып ҡалырға теләһә, ваҡытҡа ярашлы үҙгәрергә тейеш, тип өҫтәне.

- "Берҙәм Рәсәй” үҙ составына яңы сәйәсмәндәрҙе йәлеп итеүе мөһим. Беҙҙең партияға килгән һәм беҙҙең менән күптән эшләгән яңы кешеләрҙең энергияһы шундай һөҙөмтә бирә. Был – күп һанлы көрәштәштәребеҙҙең, активистарыбыҙҙың, фекерҙәштәребеҙҙең, ғөмүмән, һайлау кампанияһы барышында эшләгәндәрҙең бик ҙур отряды өсөн асыҡ һәм бәхәсһеҙ хеҙмәт. Беҙ, әлбиттә, өлгәшелгәндәр менән генә туҡтап ҡалмаясаҡбыҙ, артабан да эшләйәсәкбеҙ. Яңы Халыҡ программаһына 3,5 миллион граждан тәҡдим индергән, күп яңы йөкләмәләр, ҡәтғи отчет биреү һәм ышаныслы кире бәйләнеш системаһы ҡаралған. Йәмғиәт менән бындай үҙ-ара эш итеү механизмдары артабан да үҙ һөҙөмтәһен бирһен өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, - тине Дмитрий Медведев.

Ултырыш барышында «Берҙәм Рәсәй»ҙең юғары һәм генераль советтары бюроһы ағзалары, шулай уҡ Дәүләт Думаһы, партия фракцияһы етәкселегенә, шулай уҡ парламент комитеттары һәм комиссиялары рәйестәре вазифаһына кандидатуралар билдәләне. Билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостанда һайлаусыларҙың 78,84 проценты тауыш биргән. Бюллетендәрҙе эшкәртеү йомғаҡтары буйынса, федераль парламентҡа һайлауҙарҙа «Берҙәм Рәсәй» 60,72 процент алған.

 

 

Дмитрий Медведев: "Өлгәшелгәндәр менән генә туҡтап ҡалмаясаҡбыҙ"
Дмитрий Медведев: "Өлгәшелгәндәр менән генә туҡтап ҡалмаясаҡбыҙ"
Дмитрий Медведев: "Өлгәшелгәндәр менән генә туҡтап ҡалмаясаҡбыҙ"
Дмитрий Медведев: "Өлгәшелгәндәр менән генә туҡтап ҡалмаясаҡбыҙ"
Дмитрий Медведев: "Өлгәшелгәндәр менән генә туҡтап ҡалмаясаҡбыҙ"
Автор:
Читайте нас