

Рәсәй Федерацияһы Президентының Башҡортостан Республикаһындағы ҡабул итеү бүлмәһе граждандарҙы ҡабул итеү саралары ойоштороу тураһында хәбәр итә.
Республика халҡы Президенттың Өфөләге ҡабул итеү бүлмәһендә федераль башҡарма власть органдарының территориаль органдары етәкселәренә туранан-тура мөрәжәғәт итә ала. Граждандарҙы шәхси ҡабул итеү саралары түбәндәге адрес буйынса үтә: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 100 (“Үҙәк” сауҙа үҙәге” йәмәғәт транспорты туҡталышы).
Ҡабул итеү сараһына килгәндәргә бер сәғәт алдан паспорт менән теркәлергә кәрәк. Үҙегеҙ менән яҙма мөрәжәғәтте лә алыу фарыз, шулай уҡ кәрәк була ҡалһа, граждан үҙенең дәлилдәрен раҫлау өсөн документтар һәм материалдар йәки уларҙың күсермәләрен теркәргә тейеш.
Көндөҙгө сәғәт 2-нән 4-кә тиклем һеҙҙең мөрәжәғәттәрҙе ҡарай:
5 октябрҙә – Рәсәй Пенсия һәм социаль страховкалау фондының Башҡортостан Республикаһы бүлексәһе идаралығы начальнигы Мөхитова Резеда Мөнир ҡыҙы;
6 октябрҙә – Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органының бүлек начальнигы Армянинова Наталия Павловна;
13 октябрҙә – Башҡортостан Республикаһындағы Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Ванскова Оксана Вячеславовна;
19 октябрҙә – Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы етәксеһе урынбаҫары Йәнбирҙина Эльвира Ғайса ҡыҙы;
20 октябрҙә – БР Прокуратураһының бүлек начальнигы Йәнғуразова Әлиә Фәнил ҡыҙы;
26 октябрҙә – Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Панчихина Ольга Юрьевна;
27 октябрҙә – Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Закомалдин Михаил Иванович;
28 октябрҙә – Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Абрамова Ирина Евгеньевна.
Мәғлүмәт-белешмә хеҙмәтенең телефондары: +7(347)229-74-75, +7(8347)229-74-76, +7(347)229-74-58.