Йәмғиәт
2 Октября , 17:15

Башҡортостан мөхәррирҙәре – Яңы медиаларҙың юғары мәктәбендә

Уҡыуҙарҙа 27 төбәктән 60 белгес ҡатнаша.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан мөхәррирҙәре – Яңы медиаларҙың юғары мәктәбендәБашҡортостан мөхәррирҙәре – Яңы медиаларҙың юғары мәктәбендә
Башҡортостан мөхәррирҙәре – Яңы медиаларҙың юғары мәктәбендә

“Сенеж” Президент идара итеү мәктәбендә киң мәғлүмәт саралары етәкселәре өсөн белем биреү программаһының беренсе модуле башланды.

Яңы медиаларҙың юғары мәктәбендә Рәсәйҙең һәм Беларусь Республикаһының 27 төбәгенән 60 белгес, шул иҫәптән Башҡортостандан ике медиаменеджер ҡатнаша. Улар – “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррир урынбаҫары, “Уфимская неделя”ның баш мөхәррире Станислав Шахов һәм РБК Уфа баҫмаһының баш мөхәррире Рауил Ватолин.

– Конкурс нигеҙендә һайлап алыу бер нисә этапта үтте. Алда биш уҡытыу модуле көтә. Мин “Яңы медиалар оҫтаханаһы”ның башҡа белем биреү программаларын тамамлаусылар менән аралаштым. Уларҙың барыһы ла белем биреү программаһы кимәленә һәм сифатына юғары баһа бирә, шулай уҡ алған белемде практикала файҙаланырға ниәтләй, – тине Станислав Шахов.

– Яңы медиаларҙың юғары мәктәбе тураһында уҡыуҙарҙа ҡатнашҡан федераль коллегаларымдан белеп ҡалдым. Курс программаһы практик дәрестәргә бай. Уларҙы Яңы медиалар оҫтаханаһы етәкселәре генә түгел, илдең төп медиаменеджерҙары ла үткәрә. Юғары мәктәптә алынған тәжрибә миңә белгес булараҡ үҫергә, шулай уҡ Башҡортостандың бөтә медиа өлкәһен дә үҫтерергә булышлыҡ итер, тип ышанам, – тине Рауил Ватолин.  

“Яңы медиалар оҫтаханаһы” – “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” Президент платформаһы менән “Диалог” тарафынан ғәмәлгә индерелгән медиа һәм PR өлкәһендәге профессионалдар һәм идарасылар өсөн белем биреү программаһы. Уны тамамлаусылар берләшмәһенә бөтә Рәсәйҙән һәм донъяның 20 иленән 1700-ҙән ашыу медиатехнолог инә. Улар дәүләт, коммерция һәм уға ҡарамаған секторҙарҙағы төп вазифаларҙа эшләй.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!   

 

 

Автор:Гөлсәсәк Хәйруллина