+1 °С
Ҡар
Бының өсөн ярты килограмм ҡоро печенье, бер банка ҡуйы һөт (сгущенка), 100 грамм аҡ май (йомшаған), ике аш ҡалағы өйөп какао кәрәк.
Әҙерләү:
Печеньены блендерҙа ваҡлайбыҙ. Аҡ майҙы ҡуйы һөт менән бутайбыҙ. Печеньеға какао өҫтәйбеҙ. Бөтәһен бергә ҡушып ҡамыр яһайбыҙ. Шунан ҡул менән шарик формаһында әүәләйбеҙ.
Сәйегеҙ тәмле булһын!
Фото: mykaleidoscope.ru