Баҡса йәме булған гортензияның күкрәп сәскә атҡан мәле. Шул уҡ ваҡытта ҡыуаҡта артыҡ үҫентеләр ҙә үҫә. Ошо осорҙа уны ботаҡтан тамырландырып була икәнлеген беләһегеҙме?
Яратҡан ҡыуаҡ ҡеүәтле, үҫентеләр ныҡ, сәскә шары ҙур булып үҫһен өсөн июлдә нәҙек ботаҡтарын киҫеп алып, ҡеүәтле үҫентеләрен генә ҡалдырығыҙ.
Ҡыуаҡтарҙы иретелгән комплекслы ашлама менән туҡландырығыҙ, алдан тупраҡҡа ғәҙәти һыу менән ҡойоғоҙ.
Ә ҡырҡылған һабаҡтарҙы тамырландыра алаһығыҙ. Өҙөп алған ботаҡтың артыҡ япраҡтарын киҫергә лә һабағын “Корневин”ға манып, стакандағы торфлы тупраҡта тамырландырығыҙ.