Дарыуханала кипкән ылымыҡ (водоросли) - ламинария һатып алабыҙ.
1.Сынаяҡҡа 2-3 ҡалаҡ ылымыҡ һалабыҙ ҙа 4-5 ҡалаҡ ҡайнар һыу өҫтәйбеҙ, яҡшы итеп болғатабыҙ, өҫтөн ҡаплайбыҙ һәм 5-10 минутҡа ҡалдырабыҙ.
2.Иң мөһиме - һыуҙы күп итеп һалырға түгел, юғиһә биткә һылауы ҡыйын буласаҡ.
3. Бер нисә тамсы лимон һуты (майлы тире өсөн), А йәки Е витамины (ҡоро тире өсөн) өҫтәйбеҙ.
4.Бармаҡтар менән алып һылайбыҙ һәм 20-25 минуттан битте йыуабыҙ.
Аҙнаһына 2-3 тапҡыр эшләһәгеҙ, бит тирегеҙ сафланыр һәм шымарыр. Ике-өс йылға йәшерәк күренерһегеҙ.