-3 °С
Болотло
Картуфты беҙҙең халыҡ ярата: әрсеп бөтәүләй ҙә, "мундир"ҙа ла, ҡыҙҙырып та әҙерләйбеҙ. Ә инде уны бешереп, һөттә иҙеп, май-һуған ҡушып ебәрһәк, бөтөнләй телде йоторлоҡ була.
Шулай ҙа уға ла яңы тәм өҫтәү юлын тапҡан хужабикәләр бар икән. Быйыл бит алма ла уңды. Ике-өс алманы ваҡ итеп турап, өҫтөнә лимон һуты һибеп, һыйыр майында томалап бешереп алаһың да әҙер иҙмәгә ҡушаһың. Картуфҡа бөтөнләй көтөлмәгән тәм керә тип белдерәләр.
Бешереп ҡарайыҡ әле, тәмле булырмы?
Э. Ибраһимова фотоһы.