“Бала саҡтан уҡ башватҡыстар сисеп, заявка ебәрә торғайным. Интернет селтәре аша Беренсе каналдың сайтына ла ебәргәнем булды. Һәм бына яңыраҡ телефондан көткән шылтыратыу яңғыраны. 25 октябрҙә тапшырыуҙы төшөрҙөләр. Ныҡ тулҡынландым”, - ти ханым.
Телетапшырыуҙы алып барыусы Леонид Аркадьевич Якубович - бик ябай, һәр кемде ҡунаҡ ҡаршылағандай ихлас ҡабул иткән, яҡын дуҫтарығыҙға ҡунаҡҡа килгәндәй үҙегеҙҙе хис итегеҙ, тип тынысландырған. “Еңеүемә тормош иптәшем, балалар, туғандарым ныҡ ҡыуанды. Күп шылтыратыуҙар яңғырай”, - ти Гүзәл Юнир ҡыҙы. Беҙ ҙә ҡотлауҙарға ҡушылабыҙ һәм тормошонда һәр саҡ уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ!