ЯЛ СӘҒӘТЕНДӘ
26 Ғинуар , 14:00

Үҙең бешергән икмәккә етәме һуң?

Һеҙҙең иғтибарға Ҡәҙриә Ишмырҙинанан икмәк бешереү рецебын тәҡдим итәбеҙ

Үҙең бешергән икмәккә етәме һуң?Үҙең бешергән икмәккә етәме һуң?
Үҙең бешергән икмәккә етәме һуң?

Шулай итеп, кистән баш яһайбыҙ:

‎-2 стакан йылы һыу (стаканым 330 мл – Ҡәҙриә Ишмырҙина)

‎- 1 балғалаҡ тоҙ

‎-1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо ‎

- 20 г ҡоро сүпрә

‎- 4 аш ҡалағы арыш оно

‎- 4 аш ҡалағы аҡ он ‎һалып болғатып, баш яһайбыҙ.

‎Иртән тәмле еҫтәр аңҡып торған башҡа:

‎- 0,5 балғалаҡ тоҙ

‎- 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо

‎- 2 аш ҡалағы арыш оно ҡушып болғатабыҙ һәм ҡалғанына аҡ он ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ.

Бер сәғәт тирәһе ваҡыттан һуң ҡамырыбыҙ ҡабарып сығасаҡ. ‎Ҡабарып күтәрелгәс, формаға һалып, тағы ҡабартырға ҡуябыҙ. Шунан инде икмәкте бешереп алырға ғына ҡала.

Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас