Ҡыҙыҡлы хәл тураһында Гүзәл Уразова социаль селтәрҙәрҙә уртаҡлашҡан.
"Үҙе килмәһә ышанмаҫ инем! 27 февраль "Live арена"ла концерт бирҙем, ти. Ә беҙ кисә "Экспо"ла булдыҡ, тим. Шундай мөләйем кеше икән үҙе. Бигерәк тә әней бешергән шәнгәне маҡтай-маҡтай ашаны. Бала сағын иҫкә төшөрҙө, илап та алды. Бала-сағы ауыр булған икән. Беҙ сөгөлдөрҙө гектарлап утай инек, ти. Бер заман терһәккә төртә лә, терһәккә төртә. Ни эшләйһең, тим! Уянып китһәм, Илдар: "Тор!", - ти.
Бына шулай, төшөндә Филипп Киркоров менән рәхәтләнеп сәй эскән Гүзәл Уразова.