Ингредиенттар:
Өс алма
Ике ҡалаҡ шәкәр ҡомо
30 г аҡ май
Пирог өҫтөнә һибер өсөн:
120 г он
70 г шәкәр ҡомо
60 г аҡ май
Ҡамыр өсөн:
250 г он
0,5 сәй ҡалағы сода
0,5 сәй ҡалағы тоҙ
1 сәй ҡалағы ванилле шәкәр
ике йомортҡа
140 г шәкәр ҡомо
50 г аҡ май
250 г кефир
Бешереү ысулы:
Алмаларҙы ҡабығынан һәм емешенән таҙартып, шаҡмаҡлап турайбыҙ. Табала аҡ майҙы иретеп, өҫтөнә шәкәр ҡомон һалабыҙ. Шәкәр ирей башлағас, алмаларҙы өҫтәгеҙ һәм уртаса утта 4 минут дауамында ҡыҙҙырып алығыҙ. Ҡамыр өсөн онға сода, тоҙ һәм ванилле шәкәр ҡушып бутағыҙ. Айырым һауытта йомортҡа менән шәкәр ҡомон күпертәбеҙ. Уға иретелгән аҡ май һәм кефир өҫтәп, бер төрлө масса булғансы яҡшылап бутайбыҙ. Йомортҡалы ҡатнашмаға әҙ-әҙләп он өҫтәп, ҡуйы ҡамыр баҫабыҙ.
Пирог өҫтөнә һибер өсөн айырым һауытта он менән шәкәрҙе бутайбыҙ. Шунда һалҡын аҡ майҙы һалып, ҡул менән тиҙ генә ыуабыҙ. Бешереү формаһын аҡ май менән майлайбыҙ. Ҡамырҙың яртыһын формаға һалабыҙ. Ҡамыр өҫтөнә ҡыҙҙырылған алмаларҙы йәйәбеҙ. Алма өҫтөнә ҡалған ҡамырҙы ҡойоп, тигеҙләп сығабыҙ. Ыуылған ҡамырҙы тигеҙләп һибәбеҙ. Пирогты 180 градусҡа тиклем йылытылган духовкала 45 минут бешерәбеҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!