Ғафури районы Ташаҫты ауылы янына бер айыу ғаиләһе урынлашҡан.
“Елем” тәбиғәт паркы етәкселеге мәғлүмәттәре буйынса, билдәле күперҙән өс саҡрым алыҫлыҡта ғына дүрт балалы инә айыу йәшәй.
“Улар кешенән һис ҡурҡмай, йорт хайуандарына һөжүм итәләр. Һаҡ булығыҙ! Йыртҡысты белеп булмай һәм унан һаҡланыуҙың берҙәм ҡағиҙәләре лә юҡ. Айыу һирәк осраҡта ғына кешегә ташлана. Ҡыш өңөндә уны ярһытһалар, яралы булһа, емтеген ашап торғанда ҡапыл барып сыҡҡанда улар бик хәүефле. Балаларын эйәртеп йөрөгән аҡтүшле айыуҙар бигерәк тә ҡурҡыныс тыуҙыра”, тип һөйләгәндәр тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре.
Фото:Bashkortostan.102.ru .