Был донъяла мөғжизәләр осрап ҡына тора.
Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында йәшәгән Рифхәт Хәзивәли улы һәм Нәзифә Сабирйән ҡыҙы Ғизулиндарҙың баш балалары Фәриткә бағышлап бынан 40 йыл элек ултыртҡан шыршыһы ҡыҙыл-көрән төҫтәге сәскәләргә күмелгән!
“Был хәлде тәүгә күреүебеҙ, өс балабыҙға бағышлап өс шыршы ултыртҡайныҡ. Айгөл менән Мараттың ҡарағастарын, электр сымына ҡамасаулай тип, комхоздар ҡырҡҡыланы, Фәриттекенә тейҙермәнем, шуға микән, уныҡы ғына сәскә атҡан”, - ти Нәзифә апай.
Ә һеҙҙең шыршының сәскә атҡанын күргәнегеҙ бармы? Ә беҙ тәүгә күрәбеҙ...
Фото һәм текст сығанағы: "Яңылыҡтар- БЮТ" сайтынан.