Йомағужа һыу һаҡлағысында кәмәлә балыҡ ҡармаҡлаған ир-егеттәр бер ярҙан икенсе ярға йөҙөп сығып барған айыу фонында видеоға төшөп социаль селтәрҙәргә һалған.
Моторлы кәмәлә йөҙгән балыҡсылар, айыуҙың урман хужаһы икәнен онотопмо, бәлки, уңышлы селфи эшләр өсөн улар яҡыныраҡ та килә. Айыу ҙа боролоп ҡарай һалып ала: һыуҙан башы ғына күренгәс, артыҡ ҙур түгел һымаҡ та күренмәй. Ярға йөҙөп сығып, ҡая-таштарға йылғыр үрмәләгәнен күреп, тайыш табан менән бер ҡасан да шаярырға ярамағанлығын аңлайһың. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен, бигерәк тә ҡырағай тәбиғәт ҡосағында, бер ҡасан да оноторға ярамай.