Стәрлебаш районы Әмир, Ибрай ауылы халҡы боланды шефлыҡҡа алған.
Яңыраҡ Эльвера менән Зәбир Ғәйнуллиндарға болан менән осрашыу бәхете йылмайҙы.
“Былтыр ул ҡышын беҙҙән 50-60 саҡырым йыраҡлыҡта урынлашҡан Ибрай ауылына эйәләгәйне. Уға Шаляпин тип ҡушамат биргәндәр. Хәҙер урман буйлап беҙҙең ауылға ҡунаҡҡа килә башланы. Тармаҡ-тармаҡ ҙур мөгөҙлө мөһәбәт кәүҙәле әкиәти персонаж”, - ти һоҡланыуын йәшермәй Эльвера Рәис ҡыҙы. Уның һөйләүенсә, йәнлек өркәк түгел. Зәбир Карам улы ҡурҡмай болан янына барып, ҡулдан икмәк менән һыйлаған, күнәк менән бойҙай ҙа биргән.
Халыҡ ырым-юрауҙарына ҡарағанда, болан осраған кешегә бәхет йылмая, тиҙәр. Ғәйнуллиндар ғаиләһенә лә именлек теләйбеҙ, уңыш юлдаш булһын. Ә боланды һунарсылар йыраҡ-йыраҡтан урап уҙһын: сөнки ул - “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән ҡыр хайуаны.