Башҡортостан урмандарында янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә. БР Урман хужалығы министрлығы был осорҙа бер нисә сикләүҙе үтәргә кәрәклеген иҫкә төшөрә, ә штрафтар был шарттарҙа күпкә юғарыраҡ.
Урман янғынын йәки уның янында ут сыҡҡанын күрһәгеҙ, шылтыратығыҙ:
- урман һағының берҙәм телефонына: 8 (800) 100-94-00;
- Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә (тәүлек әйләнәһенә): 8 (347) 218-14-14 – 01, 101, 112.
Беҙҙең карточкаларҙа нимә тыйыла һәм ҡағиҙә боҙоусыларға ниндәй штрафтар янауы тураһында ентекле мәғлүмәт бар.
Сығанаҡ: БР Урман хужалығы министрлығы.