Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
3 Сентябрь , 06:00

Ҡабаланығыҙ, оҙайлы ямғыр башлана

Көндәр аяҙ тора. Халыҡ бесән эшләй, баҡсала булыша. Әммә синоптиктар тиҙҙән бер аҙнаға һуҙылған ямғыр вәғәҙәләй...

Ҡабаланығыҙ, оҙайлы ямғыр башлана
Ҡабаланығыҙ, оҙайлы ямғыр башлана

Әле төндәрен һалҡын булһа ла, көндөҙҙәрен йәйге эҫене хәтерләтә. Кешеләр яҡшы һауа торошонан файҙаланып барлыҡ хужалыҡ эштәрен башҡарып ҡалырға тырыша. Бесән әҙерләйҙәр, картуф алалар.

Әммә синоптиктар киләһе аҙнанан, 10-11 сентябрҙән, йәнә бер аҙнаға һуҙылған ямғыр вәғәҙәләй. Шуға күрә миҙгел эштәрендә ҡабаланырға кәрәк.

Шуныһы, артабан тағы аяҙытасаҡ.

Нәсих Хәлисов фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: