Кемгә ышанырға: синоптиктар ҡыш ныҡ ҡарлы була, ә Татарстанда йәшәүсе "халыҡ синоптигы" Рәйес бабай ҡар аҙ яуасаҡ, ти. Әйҙәгеҙ, тикшереп ҡарайыҡ, күп ҡалманы бит.
"Быйылғы йәй ныҡ эҫе була" тигән Рәсәйҙең Гидрометүҙәк етәксеһе Роман Вильфанд яҡын айҙарға ла борсолоулы фаразын еткерҙе. Ул әйтеүенсә, 2024-2025 йылғы ҡыш аномаль буласаҡ: һауа температураһы тотороҡһоҙлоғо менән аптыратыр, ҡар күп яуасаҡ, төрлө экстремаль күренештәр көтөлә. Үҙәк Рәсәй, Себер һәм Уралды ғәҙәти булмаған ҡыш миҙгеле көтә. Йә йылыта, йә ҡапыл һыуытасаҡ. Хатта быйыл һуңғы 300 йылда иң ҡарлы ҡыш буласаҡ ти баш синоптик.
Ә бына Рәйес бабай, ҡар аҙ яуасаҡ, ҡыш һалҡын буласаҡ, ти. Ноябрҙә дүрт-биш тапҡыр ҡар яуһа ла, иреп бөтәсәк. Ҡар декабрҙә ятасаҡ, атап әйткәндә, айҙың 13-ө тирәләре тип фаразлай ул.
Күп ҡалманы - ҡарарбыҙ кемдең дөрөҫ әйткәнен.