Ер шарының иң бейек нөктәһе - Эверест тауы. Ул Непал менән Тибет илдәренең сигендә урынлашҡан, альпинистарҙың яратҡан урыны. Бейеклеге туғыҙ километрға яҡын булған ике түбәһе бар.
Уларҙы яуларға тырышҡан альпинистар һәләк булып тора, тик был кешеләрҙе ҡурҡытмай. 100 йыл элек тә шунда ике ир юғала. Эндрю Ирвин һәм Джордж Мэллориҙы һуңғы тапҡыр 1924 йылдың 8 июнендә күрәләр. Һуңғыһының кәүҙәһен 1999 йылда американдар экспедицияһы түбәгә тиклем яҡынса ярты километр алыҫлыҡта таба.
Ә уҙған айҙа икенсе бер команда ирей башлаған боҙлоҡта һыңар ботинка таба. Эсендәге кеше аяғына ҡыҙыл носки кейҙерелгән була. Ул носкиҙа Эндрю Ирвиндың инициалдары сигелгән - "AC IRVINE", тип хәбәр итә National Geographic. Күрәһең, носки бик сифатлы булған, ә мәңгелек боҙлоҡ уны яҡшы һаҡлаған.
Быуат элек юғалған альпинистың туғандары ДНК анализы тапшырған. Тиҙҙән барыһы ла асыҡланасаҡ.
Ошо 100 йыл эсендә Эвересҡа менгәндә 300 альпинист һәләк була. Ирвиндың үҙе менән фотокамераһы була, тик әлегә 1991 йылда уның кислород маскаһы менән боҙ ярғысы ғына табылған.
Фото: National Geographic.