Татарстандың баш ҡалаһы янындағы Шәмсир ҡасабаһында 49 йәшлек ҡатынды эттәр талап үлтергән.
Ул һатыусы булған, иртәнге 7-лә эшкә сығып киткән. "Шәмсир зыяраты" тигән туҡталышта төшөп ҡала. Һәм юғала.
Хеҙмәткәр сәғәт 9-ҙа эшкә килмәгәс, саң һуғалар. Көнө буйы эҙләгәндән һуң, яланда төштән һуң 4-тәрҙә тәүҙә аяҡ кейемдәрен, аҙаҡ таланған кәүҙәһен тапҡандар.
Уны эттәр тешләгән тигән фекергә килгәндәр, сөнки был тирә сәнәғәт биләмәһе һанала, базаларҙа һаҡсы рәүешендә ошо йорт хайуандарын тоталар, берәҙәктәре лә күп.
Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ирекмәндәр ҡатындың телефонын тапҡан.
Нәсих Хәлисоы фотоэтюды.