Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
22 Ноябрь 2024, 08:00

Йолҡҡас, ҡаҙ-өйрәкте нисек ап-аҡ итеп йыуырға?

Ҡош-ҡортто тәрбиәләп алыр мәл. Йөнөн йолҡҡас, тиреһен өткәс, түшкәһен ап-аҡ, матур итеп күрге килһә, һыуҙа йыуыу ғына етмәй. Ҡайһы бер хужабикәләр бына нимә һалып йыуа.

Йолҡҡас, ҡаҙ-өйрәкте нисек ап-аҡ итеп йыуырға?
Йолҡҡас, ҡаҙ-өйрәкте нисек ап-аҡ итеп йыуырға?

Фәнзилә Хисамова ошолай ти: 

- Ҡош-ҡорт түшкәһен йыуыр өсөн эҫерәк һыуға услап гәрсис порошогы (горчица) һалам. Һәм ҡаты сепрәк йә губка менән ышҡып йыуып алам. Тире тиҙ генә таҙара, ағара, майы кәмей.

Ысынлап та, ул сәхифәһендә һалған видеояҙмала ҡаҙ һәм өйрәк түшкәһе күҙ алдында ағарып, матур булып ҡалды. Бына һеҙгә бер ысул.

Фото: Илүзә Ҡоҙашева архивынан.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: