"Беҙ бәләкәй саҡтарҙа ҡыш етеп сасҡау һыуыҡтар нығынып ҡына алһа, мал-тыуар тоҡомон арттырырға тотона ине. Һарай бәләкәй булдымы, әллә башҡа сәбәпме бәрәс-быҙауҙар өйгә индерелә торғайны.
Кемдең мейес арты уңайлы шунда бүлкәт бүлеп бикләйҙәр. Шунда стенаның, мейестең аҡбалсығын ялап, хатта ныҡ ҡына кимереп бөтә торғайны бәрәс-быҙауҙар.
Беҙҙә өйҙөң бүленеше улай булмағас, быҙауға атайым таҡтанан ситлек эшләй ине. Иҙәнле генә, аҫтына кәритә ултырталар. Быҙау һейһә - шунда аҡһын, иҙән серер атыу тейҙәр. Һарыҡ-кәзә бәрәстәре муйындарынан бау бәйләп ишек төбөнә бәйләп ҡуйыла. Бәрәстәрҙе көнөнә ике тапҡыр тышҡа сығарып имеҙеп индерәләр. Яңы бәрәсләгән булһа, әсәһе менән ҡуша индерәләр.
Бер шулай өйгә һарыҡ индергәндәр. Мин ҡулымды умывальникта йыуҙым да өйҙөң ҙур яғына ыңғайланым. Арттан теге һарыҡ мине төкөп ебәрмәһенме, урындыҡҡа нисек осоп менгәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Шунан һуң оҙаҡ ҡына һарыҡтарҙан ҡурҡып йөрөнөм.
Иң ҡыҙығы кәзә бәрәстәре була торғайны. Уларҙы ысҡындырып, ярышып уйнайбыҙ. Тегеләр менән ныҡ дуҫлашабыҙ. Әсәйемдәр, мөгөҙ төптәрен ныҡ һыйпамағыҙ, һөҙгәк итәһегеҙ, тип кенә торалар. Үҫеп тышҡа сыҡһалар ҙа, беҙҙе онотмайҙар. Тышҡа сығыу менән йүгереп эргәгә киләләр, берәй тәмле нәмә өмөт итәләр инде. Икмәк ҡатыһы эләкмәһә, ҡаты ғына итеп төртөп тә ебәрәләр.
Һәр бер быҙау, бәрәскә исем ҡушабыҙ. Исем уйлау буйынса бәхәс сыға ине, һәр кемдең үҙенең уйлаған исемен ҡушҡыһы килә. Бәхәс ҙурға китмәһен өсөн, беҙҙе сиратлап исем ҡуштыралар ине....
Хәҙер донъя алға китте, быҙау-бәрәстәрҙе өйгә индермәйбеҙ, тип яҙған булам да ул, әле көн һыуытмай аптырата әле ул. Ҡош-ҡортто урынлаштырып бөтөп булмай".
Фирүзә Хөсәйенова-Әбдрәхимова сәхифәһенән.
Нәсих Хәлисов фотоэтюды.