Ҡырағай мөхит
11 Ғинуар 2025, 16:00

Һыйырҙы ҡотҡарыу ете сәғәт дауам итә

Ярай әле һәүкәштең эргәһендә быҙауы һәм башмаҡ була. Ауыл ирҙәре уларҙың тауышы ишетелгән яҡҡа барһа...

Һыйырҙы ҡотҡарыу ете сәғәт дауам итәҺыйырҙы ҡотҡарыу ете сәғәт дауам итә
Һыйырҙы ҡотҡарыу ете сәғәт дауам итә

Мәләүез районының Үрге Юлдаш ауылында боҙ ярылып, һыйыр йылғаға төшөп китә. Ҡыҫылып ҡала ла сыға алмай. Янында быҙауы һәм башмаҡ була, кискеһен уларҙың тауышын яҡында йәшәгән ихатаны ҡарҙан таҙартырға сыҡҡан ир ишетеп ҡала. 

Иптәштәрен алып яр буйына килгәс, улар боҙҙар араһында ҡамалған һәүкәште күрә. Ҡотҡарыу эше ете сәғәткә һуҙылып, таңға ғына тамамлана. Мең бәлә менән тартып сығарылған һыйыр һалҡын һыу йотоп бөткән, ныҡ өшөгән була, аяғына ла баҫа алмай. Ҡаргиҙәрҙә эвакуациялау ҙа килеп сыҡмай - техниканың һыйырға көсө етмәй.

Ауылдан йылы сепрәк-сапраҡ, балаҫ алып килеп түшәйҙәр, бесән һалалар, янында усаҡ яғалар. Малҡайҙың тояҡтарын спирт менән ыуалар, массаж эшләйҙәр.

Бер аҙҙан һыйыр бесән ашай башлай, аяғына баҫа. Быҙауы ҡыуанып инәһен имергә ынтыла.. 

Малдарҙы хужаһына илтеп тапшыралар. Битараф булмаған ир-егеттәргә афарин!

Марат Бәхтийәров фотоэтюды.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас