Ҡырағай мөхит
19 Март 2025, 02:00

Һыу афәте килгәндә уҡый торған доға

Башҡортостанда һауа торошо хафаландыра әле: епшек ҡар, томан, һыу баҫыуҙар дауам итә...

Һыу афәте килгәндә уҡый торған доғаҺыу афәте килгәндә уҡый торған доға
Һыу афәте килгәндә уҡый торған доға

Бөгөн юлдарҙа боҙлауыҡ, ҡар һырынтылары, томан, епшек ҡар. Һауа температураһы +2-нән -6 градусҡа хәтлем.

Яҙ менән ҡыш айҡаша. Ямғыр яуып ҡарҙы иретеп, йылғаларҙа боҙ китеп, тирә-яҡты һыу баҫыу осраҡтары бар. Ошондай тәбиғәт афәттәре мәлендә уҡыр өсөн доға:

Аллаһүммә иннии әс'әлүкә хайраһәә үә хайра мәә фииһәә үә хайра мәә үрсиләт биһи үә әғүүҙү бикә мин шәрриһәә, үә шәрри мәә фииһәә үә шәрри мәә үрсиләт биһи! (Йә, Аллаһ, ысынбарлыҡта Һинән үҙең ебәргәндең хәйерлеһен һорайым һәм шуның менән килгәндең хәйерлеһен. Үҙең ебәргәндең зыянынан, шуның менән килгәндең зыянынан һаҡланыу өсөн, Үҙеңә һыйынам).

Нәсих Хәлисов фотоэтюды.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас