Силәбе өлкәһенән бер төркөм туристар Белорет районында Кесе Инйәр буйлап һалда аға. Айғыр һикәлтәләрен үткәс, 32 йәшлек бер ир катамарандан һыуға ҡолай.
Яҙғыһын ағым көслө, ул кәмәләрҙе тиҙ алып китә. Кемдер һыуға ҡолаған ир ярға йөҙөп сыҡты һәм күҙҙән юғалды ти. Иптәштәре был хәл тураһында ҡотҡарыу хеҙмәтенә кис кенә хәбәр ебәрә, сөнки урында элемтә булмай. Ҡотҡарыусылар туристы эҙләргә йүнәлә.
Ә теге ир, ысынлап та, ярға сыға, яҡындағы ауылға барып етеп, кешеләрҙә ҡуна һәм иртәгәһенә электричка менән Өфөгә юллана.
Ҡыҫҡаһы, барыһы ла яҡшы тамамлана. Шулай ҙа тәбиғәт ҡосағында һаҡ булырға, ә ошолай походҡа сыҡҡанда төркөмдө ҡотҡарыу хеҙмәтендә теркәргә кәрәк.
Фото: РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса дәүләт комитеты.