Ҡырағай мөхит
30 Апрель 2025, 20:00

Айыуҙы... үлемдән ҡотҡарғандар

Улай ҙа буламы тип аптырамағыҙ. Була икән шул. Ҡотҡармаһалар, батып үлеүе лә ихтимал ине бит...

Айыуҙы... үлемдән ҡотҡарғандарАйыуҙы... үлемдән ҡотҡарғандар
Айыуҙы... үлемдән ҡотҡарғандар

Инә айыу балаһы менән Йомағужа һыу һаҡлағысын йөҙөп сығып барған. Күрәһең, бәләкәстең хәле бөтөп, йөҙөп барған ағас киҫәгенә йәбешә. Ә инәһе имен-аман ярға сығып етә.

Был хәлде Мәләүез районының Ҡотош ауылынан Рөстәм Булатов күреп ҡала. Ул катерҙа йөҙөп үтеп барған була. Ир айыу йәбешкән ағасты ипләп кенә этә-төртә ярға алып барып еткерә. Унда инде инә айыу был хәлде күҙәтеп тора. 

Ә айыу балаһы ағасҡа йәбешкән көйө үҙенә булышҡандарын өнһөҙ генә күҙәтә һәм ярҙамды ҡабул итә. Бәхеткә күрә, был хәл яҡшы тамамлана.

Рәхмәт яҡшы кешегә!


Фото: видеонан скриншот.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас