Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
12 Май 2025, 13:30

Мышы кешене һәләк иткән

29 йәшлек ир ҡыр хайуаны менән осрашыуҙан бер нисек тә ҡаса алмай. Һөҙөмтәлә...

Мышы кешене һәләк иткән
Мышы кешене һәләк иткән

Байрам көндәрендә юлдарҙа хәрәкәт кәмемәй, сөнки кешеләр ялға, ҡунаҡҡа бара-ҡайта. Күңелһеҙ һәләкәттәр ҙә булып тора. Был юлы юл-транспорт фажиғәһенә мышы сәбәпсе була.

Ағиҙел - Әшә юлының алтынсы километрында оло юлға кинәт мышы килеп сыға. "Опель Инсигния" автомобиле рулендәге 29 йәшлек ир-егет бәрелешеүҙән ҡаса алмай. Ул хайуанды бәрҙерә һәм машинала канауға сығып оса. Унда ағасҡа бәрелә.

Юл-транспорт ваҡиғаһында машиналағы бер пассажир һәләк була, водитель һәм икенсе пассажир йәрәхәттәр ала һәм дауаханаға оҙатыла. Мышы ла һәләк була. 

Иғтибар! Ҡырағай хайуандарҙың ғәмәлен алдан күҙаллап булмай. Шуға юлда саҡта иғтибарлы булырға, тиҙлек режимын арттырмаҫҡа кәңәш ителә. Һаҡ булығыҙ!

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас