Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
11 Июль 2025, 21:50

Аҡҡоштар ауыл уртаһындағы Күк ятыуҙы үҙ иткән

Хатта һыу инергә төшкән балаларҙан да өркмәйҙәр.

Аҡҡоштар ауыл уртаһындағы Күк ятыуҙы үҙ иткән
Аҡҡоштар ауыл уртаһындағы Күк ятыуҙы үҙ иткән

Бөрйән районы Брәтәк ауылының уртаһынан ағып ятҡан Нөгөш йылғаһын ошо көндәрҙә аҡҡоштар төбәк иткән. Һирәк-һаяҡ үткән машиналарҙан, малдарҙан, һыу инергә төшкән бала-сағанан да ҡурҡмайҙар. Күрәһең, улар кешеләрҙән уларға хәүеф янамай, тип иҫәпләй.

“30 километр йыраҡлыҡтағы Әүжән ауылындағы күлгә лә эйәләгән аҡҡоштар. Беҙҙең яҡта экология яҡшы, тимәк. Мөхәббәт һәм тоғролоҡ символы булған изге ҡоштарҙы күрергә, улар янында фотоға төшөргә күрше ауылдар халҡы күпләп килә”, - тип яҙа фото авторы Нәзилә Мәхмүтова.

Аҡҡоштар ауыл уртаһындағы Күк ятыуҙы үҙ иткән
Аҡҡоштар ауыл уртаһындағы Күк ятыуҙы үҙ иткән
Автор: Аклима Имамова
Читайте нас